Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Март 2025, 04:30

ЯУАП КӨНӨНӘ ЫШАНЫУ

   

ЯУАП КӨНӨНӘ ЫШАНЫУЯУАП КӨНӨНӘ ЫШАНЫУ
ЯУАП КӨНӨНӘ ЫШАНЫУ

Был донъя фани, тимәк ваҡытлыса ғына. Бер көн Исрафил фәрештә Аллаһу Тәғәлә бойороғо буйынса сурына өрәсәк, һәм бөтә йән эйәләре лә вафат буласаҡ. Заман ахыры ҡасан булыры һис кемгә мәғлүм түгел, уны Алла үҙе генә белә.
Был көндө ҡиәмәт тә тиҙәр. Бөтә донъя һәләк булғас, Раббыбыҙ беҙҙе яңынан терелтәсәк һәм беҙ мәхшәр майҙанына яуап бирергә барасаҡбыҙ. Беҙҙән һорау алғас, ғәмәлдәребеҙгә ҡарап, йә йәннәт, йә тамуҡ әһеле буласаҡбыҙ. Әммә, гонаһлы мосолмандар тамуҡта мәңге ҡалмай, ғәфү ителгәс сығалар, иманһыҙҙар (кафыр­ҙар, Алланың барлығына ышанмағандар) ғына тамуҡта мәңгегә ҡаласаҡ.
Ожмах - был донъяла Алланың ҡушҡандарын үтәп, ғибәҙәттәр ҡылып, изгелектәр эшләп, күп сауап ҡаҙанған мөьмин мосолмандар өсөн бүләк, мәңгелек йорт. Унда ингәндәр һис ҡартайыу, ауырыу-һыҙланыу белмәй, тәмле ризыҡ ашап, иҫ киткес матур кейем кейеп, Алланың нуры аҫтында мәңге рәхәт йәшәйәсәк.

Дини календарҙан.

Автор:
Читайте нас