Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Март 2025, 06:54

33 кешене ҡотҡарғандар

Яҙ яҙлығын итә. Ямғырлы көндәр ҡар иреүенә, һыу ташыуына килтерҙе.

33 кешене ҡотҡарғандар33 кешене ҡотҡарғандар
33 кешене ҡотҡарғандар

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары «Зәңгәр күл» термаль комплексы хеҙмәткәрҙәре менән бергә ике кәмәлә 33 кешене, шул иҫәптән ике баланы эвакуациялаған. Ашығыс хеҙмәттәр килеп еткәнсе дүрт кеше үҙ аллы эвакуацияланған, 10 хеҙмәткәр комплекста тороп ҡалған. Һыу, аҙыҡ-түлек һәм дарыу запасы бар.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, эвакуацияланғандарҙы автобус менән Өфөгә алып ҡайтҡандар. Комплекста 47 кеше, 16 еңел автомобиль булған. Зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Хәбәр иткәнебеҙсә, улар Ҡырмыҫҡалы районына мунса комплексына килгән. Өфөгә ҡайтыр ваҡыт еткәс, Үҙән йылғаһы аша күперҙе һыу баҫыуы, еңел машиналарҙың үтә алмауы асыҡланған.

Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас