Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, брендтарҙы теркәү эше Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса башланды. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты Роспатент менән берлектә төбәк брендтарын асыҡлау һәм теркәү өҫтөндә әүҙем эшләй. Бөгөнгә реестрҙа Рәсәй субъекттарының 369 уникаль тауары теркәлгән.
Башҡорт балаҫы – көнкүреш әйбере генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән мираҫ. Башҡорттарҙың келәм туҡыу тарихы ата-бабаларыбыҙҙың тормошо менән тығыҙ бәйле. Әсәйҙәр ҡыҙҙарына бирнәлеккә төрлө биҙәкле балаҫтар һуҡҡан. Йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, улар ижад өсөн ваҡыт тапҡан, үҙенсәлекле сәнғәт әҫәрҙәре ижад иткән.