Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында «Аралашыу лабиринты» II төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларға ярҙам күрһәтеүсе «Яҡтылыҡ нуры» хәйриә фонды ойошторған сарала төрлө ҡаланан килгән невролог, нейропсихолог, дефектолог, остеопат, ортодонт, ЛФК сурдолог, кинезиолог, сенсор интеграция, нейропсихология, остеопатия һәм башҡа өлкә белгестәре ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусы белгестәр сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләге ата-әсәнең проблемалары, уларҙы хәл итеү ысулдары хаҡында һүҙ алып барҙы.
Конференцияға килгән һәр кем унан кәрәкле мәғлүмәт тапты, тәжрибәле белгестәр менән аралашып, булған мөмкинлектәрҙе, ярҙам сараларын барланы һәм үҙен борсоған күп һорауға яуап тапты.
Автор фотолары.