Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Март 2025, 06:03

Файҙалы кәңәштәр

   

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

✓ Буш контейнерҙан на­сар еҫ сыҡмаһын өсөн, ун­да бер аҙ тоҙ өҫтәгеҙ.

✓ Картуф йәки макарон бешергән һыуҙы һыуытып гөлгә һи­бергә мөмкин. Ун­да булған туҡ­лыҡ­­лы матдәләр һеҙҙең үҫемлектәргә оҡшаясаҡ.

✓ Аквариумды таҙартҡанда иҫке һыуҙы түк­мәгеҙ, уны бүлмә үҫемлектәренә һибер өсөн ҡулланығыҙ. Унда азот һәм фосфор бар, бик яҡшы ашлама була.

✓ Итте туңдырған ваҡытта унда бер аҙ уксус һалығыҙ. Ул итте йомшағыраҡ ҡына түгел, ә уны тиҙерәк туңдырырға ла ярҙам итәсәк.

✓ Беҙҙе иларға мәжбүр иткән матдә һуған төбөндә урынлашҡан. Уны конус рәүешендә (уның киң өлөшө һуғандың тамыр өлөшөн биләһен) ҡырҡып ташлағыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас