Алдағы көндәрҙә республикала + 11°- ҡа тиклем йылыта, тиелә Башгидромет мәғлүмәттәренән.
Мәҫәлән, дүшәмбе, 24 мартта яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +4,+9 градусҡаса йылына.
Шишәмбе, 25 мартта, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ +4,+9°.
Шаршамбы, 26 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, -4°, көньяҡ-көнсығыш буйынса -9° тиклем, көндөҙ +6,+11°.
Автор: Әлфиә Әһлиуллина.