Районда башҡорт хоры 1968 йылда асылып, 1971 йылда «Халыҡ коллективы» исеменә лайыҡ була. Байтаҡ йылдар уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнисә Яҡупова, бөгөн Халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты, һәләтле яҡташыбыҙ Лиана Бикбаева етәкләй. Ул үҙе, Гөлнара Татлыбаева, Ләйсән Ғәббәсовалар менән сығыш яһаған «Һомай» ҡыҙҙар йыр төркөмө һәм «Сулпан» башҡорт балалар йыр ансамблен ойоштора.
Лиана Ринат ҡыҙы Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтын тамамлаған белемле, талантлы һәм талапсан кеше. Йыр өс тауышта яңғыраһын өсөн ул күпме көс һәм ваҡыт сарыф итә! Коллектив сопрано, икенсе сопрано һәм альт тауыштары менән йырлағас, ул матур яңғырай.
Һуңғы йылдар хор өсөн бик уңышлы булды - ул район-ҡала байрамдарынан тыш төрлө конкурс, фестивалдәрҙә сығыш яһаны.
Яҡташтарыбыҙ махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташ һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатынан хәйриә концерттарынан да ситтә ҡалманы, ярҙамға үҙ өлөшөн индерҙе.
Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 12-се һанында баҫылды.
Фотолар архивтан алынды.