Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Март 2025, 04:00

Һауа торошо

https://www.bashinform.ru/ хәбәр итә.

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Башҡортостанға календарь яҙы килде. Метеорологтар теленән тәржемә иткәндә, был уртаса тәүлек температураһы 0° сигенән артҡан тигәнде аңлата.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шаршамбы, 26 мартта, яуым-төшөмһөҙ, ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +5,+10 градусҡаса йылына.

Кесаҙна, 27 мартта, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7,+12°.

Йома, 28 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7,+12°.

Автор: Әлфиә Әһлиуллина

Автор:
Читайте нас