Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Март 2025, 11:49

Ҡот осҡос

    

Ҡот осҡосҠот осҡос
Ҡот осҡос

"Күптән түгел минең менән бер ҡот осҡос хәл булды… Башҡа экскурсияға бармаҫ булдым...

Мин сит илгә ял итергә барған инем. Миңә унда ҡунаҡхананан алыҫ булмаған бәләкәй генә буш замок тураһында һөйләнеләр. Мин уны ял итеүҙә танышҡан ике рус ҡыҙы менән  ҡарарға барҙым. Унда беҙҙе иҫке кейемдәге һөйкөмлө ағай ҡаршы алды, ул беҙгә иҫ киткес экскурсия үткәрҙе. Һәр бер бүлмәне күрһәтеп, был урын менән бәйле бөтә риүәйәттәр һәм легендалар тураһында һөйләне. Әммә ул урындағы өрәк тураһында әйтергә онотҡан. Был өрәк ул үҙе булған. Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, беҙгә экскурсиялар унда билдәле көндәрҙә генә бар һәм экскурсовод — ҡатын-ҡыҙ, ә ҡалған ваҡытта замок ябыҡ һәм сит кешеләр унда бер нисек тә инә алмай, тип әйттеләр."

Ф.М.

Автор:
Читайте нас