Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Март 2025, 04:17

Ҡурҡтым

     Әллә көлөргә, әллә иларға...

ҠурҡтымҠурҡтым
Ҡурҡтым

"Мин бик тыныс кеше, бөтөнләй тауыш күтәрмәйем тип әйтергә мөмкин. Әммә мине ҡысҡырырға мәжбүр иткән бер ысул бар. Был ябыҡ, сығыу юлы булмаған бүлмә эсендә көҙгө.

Бер ваҡыт әхирәтем минән шаяртырға булды. Шулай итеп ул минең тауышымды күтәрә алырыммы икәнен тикшерергә теләне.

Һәм бына бер матур иртәлә мин тиҫтәләгән ҙур көҙгөләр араһында бикле бүлмәлә уяндым. Минең ҡурҡыу тойғоһон һүҙҙәр менән генә тасуирлап булмай. Ғүмеремдә бер нәмәнән дә шул тиклем ныҡ ҡурҡҡаным юҡ ине әле.

Ул мине ике сәғәттән һуң ғына, истерика мәлендә өҫтәл аҫтында тапты. Унан һуң ҡурҡыныс төштәр мине тағы бер нисә ай дауамында ташламаны. Бынан һуң мин бер көн дә уның менән һөйләшмәнем.

Шулай итеп, мин һеҙгә, берәйһенән шаярыр алдынан, бер нисә тапҡыр уйларға кәңәш итәм. Бәлки, һеҙҙең өсөн зыянһыҙ шаяртыу башҡа кеше өсөн етди стресс булып әйләнеүе ихтимал."

Ф.А.

Автор:
Читайте нас