Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам программаһында һәүәҫкәр һәм профессиональ ҡурайсылар – солистар һәм ансамблдәр араһында конкурс; ижади лаборатория һәм еңеүселәр, байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында йомғаҡлау сараһы ҡаралған, тип хәбәр итте "Башинформ".
Конкурс бер нисә йәш категорияһында үткәрелә, һәр ҡатнашыусы үҙенең музыкаль оҫталығын күрһәтә ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 10 майға тиклем ҡабул ителә.