Шаяртып һәм мәрәкәләп
Ҡаршы ала торғайныҡ.
Асыуһыҙ, үпкәһеҙ итеп
Ошо көндө ҡорғайныҡ.
Апрелебеҙ элеккесә —
Алсаҡ та, нурлы, йырлы.
Әммә хаҡимлыҡ итә шул
Ерҙә йыландың йылы.
Тик бер көнгә шаяртырлыҡ
Әмәле лә булыр ул.
Ә иртәгә тыуасаҡ көн
Нимә менән тулыр ул?
Теге дошман, был дошман, тип
Өҙәбеҙ араларҙы.
Әле тыумаған быуынға
Һалабыҙ яраларҙы...
Хафаларға өмөт өҫтәп
Йыландан да көләм мин.
Һин китерһең, апрель ҡалыр,
Шаян апрель - беләм мин.
Тимер Ниәтшин.
Автор фотоһы.