Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 1 апрелдә, республикала яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градус.
Шаршамбы, 2 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, көнсығышта -3, көндөҙ +14, +19.
Кесаҙна, 3 апрелдә, төбәктә бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көндөҙ +10,+15, төньяҡта +5 градусҡа тиклем.
Авторы: Галина Бахшиева.