Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Апрель 2025, 12:00

ЯҘ

Шиғыр ғына яҙырлыҡ яҙ,Күҙең туймаҫ матурлыҡ!Моңға тулған йөрәк шартлап,Сәскә булып атырлыҡ!

ЯҘЯҘ
ЯҘ

Шиғыр ғына яҙырлыҡ яҙ,
Күҙең туймаҫ матурлыҡ!
Моңға тулған йөрәк шартлап,
Сәскә булып атырлыҡ!

Бынау берәҙәк этте лә
Яратып үтке килә.
(Ҡыҙҙар хаҡында һүҙ ҙә юҡ, –
Бер һурып үпке килә!)

Был гүзәллек моңһоҙҙо ла
Бөйөк шағир итерлек.
Яҙҙың ҡайнар һулышынан
Иреп, ағып китерлек!

Салауат ӘБҮЗӘР.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас