Кисә ямғырҙан һуң күк йөҙөндә йәйғор ҡалҡҡайны. Матурлыҡты фотоға ла төшөрөп өлгөрҙөк. Яҙ йылы көндәре менән ҡыуандыра.
Алдағы көндәрҙә йылы һауа торошо һәм ямғырҙар һаҡланасаҡ, ти синоптиктар.
Бөгөн, 8 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көндөҙ көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа көндөҙ +15, +20 градусҡаса йылына.
Шаршамбы, 9 апрелдә, төндә көнбайышта, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +11, +16°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +21°тиклем.
Кесе йома, 10 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, көндөҙ көньяҡ-көнсығышта уртаса. Ел көнбайыштан, төньяҡҡа табан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +7, +12°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +17°тиклем.
Автор фотоһы.