Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Апрель 2025, 11:15

Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙна һайын оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, сәсеү эштәренә әҙерлек тикшерелде.

Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙерБашҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер
Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер

– 14 апрелгә ҡарата ужым культураларының 91 проценты самаһы-яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. 2025 йылда уңыш өсөн уларҙың сәсеү майҙаны 248 мең гектар тәшкил иткән, – тип хәбәр итте республиканың Ауыл хужалығы вице-премьер – министры Илшат фәзрахманов.Быйыл яҙғы сәсеүҙе 2,1 миллион гектарҙан ашыу майҙанда үткәрергә планлаштыралар, был 2024 йыл кимәленән 4,4 процентҡа юғарыраҡ. 2025 йылда дөйөм иген баҫыуҙары 1,5 миллион гектар тәшкил итәсәк. - Техник культуралар менән майҙандарҙы 635 мең гектарға еткерергә планлаштырабыҙ.Был уҙған йылдан 80 мең гектарға күберәк, тәү сиратта майлы культуралар сәсеүлектәре аҫтындағы майҙандарҙы 93,2 мең гектарға арттырыу иҫәбенә, – тип билдәләне республиканың Ауыл хужалығы Министрлығы етәксеһе. Төбәк хужалыҡтары дымды ябыу, ужым культураларын туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу менән шөғөлләнә. Параллель рәүештә аграрийҙар орлоҡтарҙы ағыулау буйынса әүҙем эш алып бара. Илшат фәзрахманов республиканы иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин итеүҙәрен билдәләне.

https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fglavarb.ru%2Fru%2Fnews%2Fevent%2Fagrarii-bashkortostana-gotovy-k-posevnym-rabotam-75680%2F&utf=1

Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер
Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас