Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Апрель 2025, 03:31

Башҡортостанда бөгөн көслө магнит дауылы көтөлә

16 апрелдә Ер 6 баллы (10 баллы шкала буйынса) магнит дауылы йоғонтоһонда ҡала. Һауа торошо сервистары мәғлүмәттәре буйынса, уның иртән көсәйә башлауы һәм урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт биштә иң юғары нөктәһенә етеүе көтөлә. Төндә дауыл бер аҙ тыныслана, әммә тулыһынса түгел — кесе йомала ул 4 балл кимәлендә һаҡлана.

Башҡортостанда бөгөн көслө магнит дауылы көтөләБашҡортостанда бөгөн көслө магнит дауылы көтөлә
Башҡортостанда бөгөн көслө магнит дауылы көтөлә

Метеоһиҙгер кешеләр был осорҙо ауырыраҡ үткәрә. Уларҙың хәле насарайыуы ихтимал, шуға күрә «хәүефле» көндәр тураһында алдан белеү һәм әҙерләнеү яҡшыраҡ: туйғансы йоҡларға, дөрөҫ туҡланырға, ә кофе йәки сәй урынына күберәк таҙа һыу эсергә кәрәк, тип хәбәр итә "Башинформ".

Автор:
Читайте нас