

Бөгөн районда "Төпкөлдә" тип исемләнгән XI төбәк-ара стилләштерелгән йыр, музыка һәм бейеү фестиваль-конкурсы старт алды. Һәләтлеләрҙе барлау һәм баһалау сараһын асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы һәм артистарҙы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Йәмилева сәләмләне.
Фестивалдең тәүге көнөндә ҡатнашыусылар жюри ағзалары алдында сығыш яһай.
Иртәгә гала-концерт була. Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе эшләйәсәк. Сара киске сәғәт 6-ла башлана. Рәхим итегеҙ!
0+
Автор фотолары.