

СССР осоро. Ауыл мәктәбе. Уҡытыусы бер уҡыусының иншаһын тотоп директорға ингән дә:
- Бына, уҡығыҙ! Нишләтәйем был малайҙы?..
Директор күҙлек аша уҡып ултыра, ә унда хап-хаталы биш кенә һөйләм ти. Аҙағында: "Аттистат бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә, мин Әнүәр ағай кеүек тракторист булам! Миңә "икеле" ҡуйған уҡытыусыларға утын-бесән килтермәйәсәкмен!" тип яҙылған.
Директор көрһөнөп уҡытыусыға:
- Йә, ярар, хаталарын төҙәтештереп "өслө" ҡуй. Киләсәкте уйлайыҡ!.. - тигән...
ЙЫЛМАЙ төркөмөнән