Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Апрель 2025, 00:17

Янғында 89 кеше һәләк булған

Быйыл йыл башынан Башҡортостанда 1855 янғын сыҡҡан, уларҙа 89 кеше һәләк булған, шуларҙың 7-һе-балалар. 54 кеше төрлө йәрәхәттәр алған, 377-һен янғын һүндереүселәр ҡотҡарған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғында 89 кеше һәләк булғанЯнғында 89 кеше һәләк булған
Янғында 89 кеше һәләк булған

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала ғына, 14 апрелдән 20-һенә тиклем, 260 янғын сыҡҡан, уларҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, 6 кеше йәрәхәтләнгән. 

Кеше үлеме менән янғындарҙың иң йыш осраған сәбәптәре булып ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу тора.

 

Автор:
Читайте нас