Көньяҡ илдәрҙән бал ҡорттарын законһыҙ индереүҙе тулыһынса туҡтатыу өсөн Башҡортостанда «аныҡ, эшләүсе һәм законлы» эш итеү алгоритмы әҙерләнә. Был хаҡта бр ауыл хужалығы вице-премьер — министры Илшат фәзрахманов белдерҙе.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер ҡайһы бер сит төбәктәрҙә тармаҡҡа ҙур зыян килтереүе ихтимал булған нозематоз, тропилелапсоз һәм башҡа баллы бөжәктәрҙең инфекцион ауырыуҙары тарала.