Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Апрель 2025, 05:05

Йондоҙнамә

    

ЙондоҙнамәЙондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ҡуҙы
Был аҙнала Ҡуҙылар ар­­табанғы карьераға йо­ғон­­то яһаясаҡ мөһим һайлау ал­дын­­­да тора. Ашыҡмау һәм бөтә нә­мә­не ен­текләп үлсәү яҡшы булыр.

Буға
Финанс килешеү өсөн уңай­лы осор көтө­лә. Уңыш һеҙ­ҙең яҡта, үҙе­­геҙ­ҙең һиҙгерлеге­геҙгә ышаны­ғыҙ. Кө­төлмәгән сәйә­хәт итеү мөмкинлеге барлыҡҡа ки­ләсәк, ул ил­һам килте­рә­сәк.

Игеҙәктәр
Аҙна эксперимент һәм яңылыҡ ваҡыты. Төрлө үҙгәреш буласаҡ. Осорҙа вәғәҙә­ләр ме­нән һаҡ булығыҙ.

Ҡыҫала
Оҙаҡ ваҡыт кисектерел­гән мөһим проект ме­нән шөғөлләнеү ваҡыты етте. Хеҙмәттәштәр менән аралашыуҙа тыныслыҡ һаҡ­лау мөһим.

Арыҫлан
Арыҫландарҙы ижади кү­­­тәрелеш һәм ҡаҙаныш­та­рын та­ныу көтә. Һеҙҙең идеяғыҙ юғары ба­һаланасаҡ һәм аҙна бу­­йы­на кә­­йефегеҙҙе күтәрәсәк. Мө­хәббәт өл­­кәһендә көтөлмәгән бү­ләк бу­лы­уы мөмкин.

Ҡыҙ
Ҡыҙҙарға көнкүреш мәсьә­­ләһен хәл итергә тура ки­лә­сәк. Ваҡ ремонт йәки өйгә әйбер алыу уңайлылыҡ һәм ҡәнәғәтлек кил­те­­рер. Эштә сәләмәтлекте һәм ыңғай кә­йефте һаҡлап ҡалыу өсөн артыҡ кө­сөргәнештән һаҡланығыҙ.

Үлсәү
Йондоҙҙар эш йәки мауығыу буйынса яңы һәм ҡы­ҙыҡлы тәҡдим вәғәҙә итә. Ҡур­ҡырға ярамай - был ты­рыш­­лығы­ғыҙ юғары баһаланған ва­ҡыт. Дуҫ­тар менән аралашыуҙа кү­ңелле яңылыҡ булыуы ихтимал.

Саян
Саяндарға күңел тыныслыгына иғтибар бирер­гә кә­ңәш ите­лә. Медитация, йога ме­нән шө­ғөл­ләнеү йәки тәбиғәттә йөрөү фай­ҙалы буласаҡ. Осорҙа көтөлмә­гән килем булыуы ихтимал.

Уҡсы
Уҡсылар аралашыу даи­рә­һен киңәйтәсәк. Аҙна са­­ра һәм осрашыу­ға йө­рөү өсөн уңай­лы, унда һеҙ файҙалы та­ны­ш­лыҡ булдыра алаһығыҙ. Шәх­си тор­мошта беренсе аҙым яһауҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.

Ылаҡ
Хистәргә иғтибар итеү мө­һим. Йы­шы­­раҡ ял итергә тыры­шы­ғыҙ. Осорҙа ҡыҙыҡлы яңылыҡ кө­төлә, ул һеҙ­ҙең ағым­дағы эште ҡабул итеүегеҙҙе үҙгәртә ала.

Һыуғояр
Һыуғоярҙарға аҙна яңы офоҡ асыу ваҡыты булыр­ға вәғәҙә итә. Сәйәхәткә сығыу йәки яңы һәм ғәҙәти булмаған нәмәләрҙе өйрәнеү мөмкинлеге бар.

Балыҡ
Балыҡтарға финанс мәсьә­ләһен хәл иткәндә һаҡлыҡ күрһә­тергә һәм ашығыс ҡарар ҡабул ит­мәҫкә кәңәш ителә. Шәхси тор­мошта гармония һәм үҙ-ара аңла­шыу осоро башлана.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас