Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Апрель 2025, 01:59

Һыу инеү миҙгеленә әҙерлек

Башҡортостанда 2025 йылғы һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара.

Һыу инеү миҙгеленә әҙерлекҺыу инеү миҙгеленә әҙерлек
Һыу инеү миҙгеленә әҙерлек
Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. Мәҫәлән, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса республика комиссияһы ултырышында көн тәртибендә алдағы һыу инеү миҙгелендә республиканың һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Уны 1 июндән асыу планлаштырыла, тип хәбәр итте "Башинформ".

 «Әле үк муниципалитеттар менән үҙ-ара эш итеүгә әҙерлек буйынса әүҙем эш алып барыла. 2025 йылдан Башҡортостандың һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү программаһы тормошҡа ашырыла башланы, уның төп сараларының береһе — һыу буйҙарында яңы ял итеү урындарын булдырыу, быйыл улар 200-ҙән ашыу булыр тип көтөлә», — тине Кирилл Первов.

Фото:Кирил Первов, телеграм.

Автор:
Читайте нас