Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, кисә бер ир шылтыратып, ҡотҡарыусыларҙан ярҙам һораған. Ул фатирында йылан йөрөүен хәбәр иткән.
Асыҡланыуынса, фатир хужаһы балыҡҡҡа барған рюкзакты үләнгә һалған. Уны ҡайтҡас та бушатмаған. Икенсе көндө ҡараһа унда йылан күреп ҡалған. Ул ашығыс хеҙмәткә шылтыратып, ярҙам һораған.
Ҡотҡарыусылар йыланды тотоп, урманға алып барып иреккә ебәрә.