

Үлгән ирҙәрҙең береһенең туғандары сит кешене бөтә хөрмәт менән ерләргә өлгөрә. Икенсе мәрхүмдең туғандары хатаны зыяратта, мәрхүмде ерләгәнсе, уның пакеты аша элек булмаған татуировкаһын күреп таба. Ерләү алдынан туғандарына пакетты асыу тыйыла.
Ике ғаилә лә моргҡа мөрәжәғәт итә. Унда хатаны таныйҙар. Хәҙер тәнде эксгумациялау талап ителә. «Намыҫлы репортаж» телеграм-каналында билдәләүҙәренсә, эш менән прокуратура шөғөлләнә.
Сығанаҡ: "Башинформ".