

Был хаҡта Башгидромет хәбәр итә. Бөгөн ҡайһы бер урындарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, көндөҙ йәшен булыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнбайышҡа күсә, уртаса көслөлөктә. Һауа температураһы төндә +4,+9°С, көндөҙ +15,+20°С.
11 май төнөндә ҡайһы бер райондарҙа аҙ ғына ямғыр яуасаҡ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, айырым урындарҙа йәшен көтөлә. Ел төндә үҙгәреүсән йүнәлештә, көсһөҙ, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан көнбайышҡа күсә, уртаса көслөлөктә, йәшен ваҡытында ел көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +6,+11°С, көндөҙ +14,+19°С, республиканың көньяҡ-көнсығышында +24°С-ҡа тиклем етә ала. Киләсәктә лә шундай уҡ һауа торошо һаҡланасаҡ.