

1 августтан эшләүсе пенсионерҙар өсөн 2024 йыл өсөн страховка взностары нигеҙендә йыл һайын пенсияны ҡайтанан иҫәпләү үткәрелә. Һәр кемгә айырым өҫтәмә түләнәсәк, ләкин ул 437 һум 7 тиндән артмаясаҡ.
1 октябрҙән хәрби пенсиялар 4,5 процентҡа арттырыла. Был арттырыу барлыҡ көс структуралары пенсионерҙарына ҡағыла.
Шулай уҡ, 80 йәшкә еткән пенсионерҙар йәки I төркөм инвалидлыҡ рәсмиләштергән кешеләр автоматик рәүештә өҫтәмә түләүҙәр иҫәбенә пенсияны арттырыу хоҡуғына эйә. Был өҫтәмәнең күләме - 8907 һум 70 тин.