

Май эшләү өсөн 1 литрлыҡ банкаға сирень һалығыҙ, үҙемлек майын бер аҙ йылытып, сәскәнең өҫтөнә ҡойоғоҙ. Банканы ябып, ике көн ултыртығыҙ һәм аҙаҡ марля аша һөҙөгөҙ. Һөҙөлгән майҙы йылытып, тағы сәскә һалығыҙ, бер-ике көндән тағы һөҙөгөҙ. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы сирень майы килеп сығасаҡ.
Сирень майын бронхит, ангина, грипп ваҡытында ҡулланырға мөмкин. Һыҙлаған ерҙәрҙе ыуырға ла мөмкин.
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.