

Мәләүез үҙенең тырыш, әүҙем, спортта алдынғылыҡты бирмәгән, район-ҡала йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән уҡыусылары, һайлаған һөнәренә ғашиҡ педагогтары менән данлы. Улар ил, республика, район кимәлендә яңынан-яңы уңыштар яулай. Район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары йыл да олимпиадаларҙың төбәк этабы призерҙары була.
Уларҙың йылдан-йыл арта барыуы, олимпиада хәрәкәтенә йәлеп ителеүе - уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте хаҡында һөйләй.
Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Рәсәй, республика, район конкурстарында, төрлө спорт ярыштарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижадта юғары һөҙөмтәләргә эйә булғандар, район хакимиәте башлығы стипендиаттары, уларҙы әҙерләгән остаздар тәбрикләнде.
Сара хаҡында тулы мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында донъя күрәсәк.
Автор фотолары.