Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Май 2025, 00:40

Һомай

Рәсәйҙең Forbes журналы Башҡортостандан йырсы Адель Шәйхетдинованы «Музыка» номинацияһында йыл һайын үткәрелгән «30-ҙан 30 тиклем» рейтингына индерҙе. Был исемлеккә 30 йәшкә тиклем үҙ һөнәрендә танылыу яулаған һәм бөтә Рәсәйҙә йәки донъя кимәлендә билдәле булған кешеләр эләгә.

ҺомайҺомай
Һомай

25 йәшлек йырсы Ay Yola төркөмө составында Homay хитын башҡарҙы, был йыр донъя чарттарында юғары урындар алды. Адель Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен дә алды.

Адель ижади юлын 2010 йылда атаһы Руслан Шәйхетдинов менән Musume проектында башлаған. Төркөм ике альбом сығарған һәм телевидениела ҡатнашҡан, уларҙың стилендә башҡорт халыҡ мотивтары менән электрон музыка ҡушылған. 2024 йылда Ринат Рамазанов менән бергә Ay Yola төркөмөн ойошторҙолар. Төркөм башҡорт эпосы «Урал-батыр»ҙан илһам алып, этно-поп стилендә йырлай.

Homay йыры 2025 йылдың 14 мартында сыҡты һәм хитҡа әйләнде. Йырҙың өҙөгө социаль селтәрҙәрҙә, бигерәк тә төрки халыҡтар араһында, киң таралды. TikTok, YouTube Shorts, Reels-та күп видеоларҙа ҡулланылды, йырҙы төрлө телдәргә тәржемә иттеләр. Бер аҙна эсендә Homay миллиондан ашыу тыңлау йыйҙы, Рәсәйҙә топ-10, Үзбәкстан һәм Әзербайжанда топ-5, Ҡаҙағстанда беренсе урынға сыҡты. Март аҙағында йыр Shazam-дың донъя рейтингында иң популяр биш йыр араһына инде, Леди Гаганың Abracadabra йырын уҙып китте.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-14/forbes-vklyuchil-pevitsu-iz-bashkirii-adel-shayhitdinovu-v-reyting-30-do-30-4235061

Автор:
Читайте нас