

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ваҡиға 16 май кисендә Машина төҙөүселәр урамының 14-се йорт ҡаршыһында булған.
41 йәшлек водитель «Шевроле Лачетти» автомобилендә ихата биләмәһе буйынса хәрәкәт иткәндә, юлды сығып барған 9 йәшлек малайҙы бәрҙергән.
Авария һөҙөмтәһендә бала дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса административ тикшереү башланған.