

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ете йәшлек малай май байрамдарында киҫкен ауыртыу менән дауаханаға килтерелгән. Табиптар асыҡлауынса, уның аппендиксы ғәҙәттәгесә уң яҡта түгел, ә һул яҡта урынлашҡан булған. Һирәк осрай торған был аномалияны ваҡытында асыҡлау арҡаһында етди өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин булған.
Операция уңышлы үткән, малай тиҙ арала һауыға башлаған.
Табиптар әйтеүенсә, ғәҙәттә аппендикс ҡорһаҡтың уң аҫҡы өлөшөндә урынлаша. Әммә ҡайһы бер кешеләрҙә, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙа, анатомик үҙенсәлектәр арҡаһында, ул билгә яҡын йәки хатта һул яҡта булыуы мөмкин. Бындай үҙенсәлек диагноз ҡуйыуҙы ҡатмарлаштыра. Был осраҡта аномалияны ашығыс диагностик лапароскопия ярҙамында асыҡлағандар.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.