Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Май 2025, 08:05

Мине көт!

Күгәрсендәр төшкән пәрҙәләрҙе,Әсәй, тағы тәҙрәләргә эл дә!(Өй эстәре ҡапыл яҡтырғандыТойоп алыр сәскә атыр гөл дә.)

Мине көт!Мине көт!
Мине көт!

Күгәрсендәр төшкән пәрҙәләрҙе,
Әсәй, тағы тәҙрәләргә эл дә!
(Өй эстәре ҡапыл яҡтырғанды
Тойоп алыр сәскә атыр гөл дә.)

Мине көт һин. Тик алып элә күр
Теге пәрҙәләрҙе һандыҡтан;
Икәү генә, әсәй, серләшербеҙ,
Гөрләп сәй эсербеҙ танһыҡтан.

Һин иҫләрһең, әсәй, йәшлегеңде,
Мин- сәсеңдең иркә бөҙрәләрен...
Яңы тулған ай яҡтыртып торор
Беҙҙең өйҙөң зәңгәр тәҙрәләрен.
( Г. Ҡотоева)

https://vk.com/vatandash_journal

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас