

Был хаҡта баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Базғутдинов хәбәр итте. Яугирҙәр өйҙәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған.
«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һаҡсыларыбыҙ! Һеҙҙең батырлығығыҙ һәм Ватанға тоғролоғоғоҙ илһамландыра. Йөрәктәрегеҙ көс һәм ышаныс менән тулы булһын, ә эштәрегеҙ – батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө!» – тип яҙҙы Айҙар Базғутдинов үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: Башҡортостанда оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә 2 миллион һумдан ашыу бер тапҡыр түләү, айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Шулай уҡ республика буйынса 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: Айҙар Базғутдиновтың telegram-каналы.