

Бөтәһе лә ғаилә ыҙғышынан башланған. Ғәйепләнеүсенең 30 йәшлек һеңлеһе эсергә яратҡан. Асыуҙан ир скотч алып, уның ауыҙын, башын урап ҡуя. Бер аҙҙан ул тын етмәүҙән үлгән.
Нимә эшләгәнен аңлап, енәйәтсе эҙен йәшерергә ҡарар иткән. Ул мәйетте урман һыҙатына алып барып күмгән. Әммә мәйетте тиҙҙән урындағы халыҡ тапҡан.
Шикте үҙенән алыу өсөн, үлтереүсе әсәһе менән бергә һеңлеһе йәнәһе өйҙән сығып киткән һәм юғалған, тип уйлап сығарған. Шунан һуң ир республиканан китеп, Мәскәү өлкәһендә йәшеренеп йөрөгән.
Тәфтишселәр уның енәйәткә ҡағылышын асыҡлаған һәм федераль эҙләүгә иғлан иткән. Енәйәтсе тик 13 йыл үткәс кенә, әсәһен ерләргә ҡайтып, үҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғәйебен танып килә.
Суд уны 6,5 йылға ҡаты режимдағы колонияға хөкөм итте. Суд барышында ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныған.