Өйҙә әҙерләнгән кәнфиттең бик тәмле рецебы. Иң мөһиме, уны әҙерләү еңел һәм тиҙ.
Бының өсөн кәрәк:
һөйәкһеҙ финик 400 г
миндаль 100 г
кешью 100 г
какао 1 ҡалаҡ
Әҙерләү:
Сәтләүектәрҙе ваҡларға. Мөмкин тиклем финикты вағыраҡ ҡырҡырға.
Ҡулдарҙы һыулап, ваҡланған финик, кешью һәм миндалдән шар эшләргә. Һуңынан массаны какаола әүәләргә.
Сәйегеҙ тәмле булһын!