

Бәхетле кеше үҙенең уңыштарына ғына түгел, ә башҡаларҙың шатлығына ла ихлас ҡыуана. Ул тормоштоң һәр мәлендә матурлыҡ таба, бәләкәй генә еңеүҙәрҙе лә баһалай белә. Бындай кешеләрҙең күңелендә үпкә, асыу оҙаҡ тормай, улар тиҙ генә онота һәм ғәфү итә. Бәхетле кеше яҡындарын, дуҫтарын ҡәҙерләй, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Уларҙың тормошҡа ҡарашы ыңғай, киләсәккә ышаныс менән ҡарайҙар.
Бәхетһеҙ кеше, ғәҙәттә, күңелһеҙ, йөҙө моңһоу, йылмайыуы һирәк була. Ул тормошта ауырлыҡтарға йыш зарлана, үҙ-үҙенә ышанысы кәмей, кешеләргә ҡарата асыу йәки үпкә һаҡлай ала.
Әммә бәхет һәм бәхетһеҙлек тойғоһон һәр кем үҙенсә ҡабул итә. Ҡайһы берәүҙәр үҙенең бәхет хисен башҡаларҙың бәхетһеҙлеген күрһә кисерһә, икенселәр кеше ҡыуанысын күреп үҙен бәхеттең етенсе ҡатында тоя. Бына шундайҙар янында рәхәтерәк.