Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Май 2025, 02:00

Ҡурҡыныс авария

Башҡортостанда ҡурҡыныс аварияла еңел автомобиль водителе һәләк булған. Ул алдында торған йөк машинаһына бәрелгән.

Ҡурҡыныс аварияҠурҡыныс авария
Ҡурҡыныс авария

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария 23 май көнө көндөҙгө өс тирәһендә М5 «Урал» автоюлының 1449-сы саҡрымында, Өфө районында булған.

Автомобилдә 68 йәшлек ир булған. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, ул алдында торған йөк машинаһына бәрелгән.

Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ауыр йәрәхәттәр алған һәм ашығыс ярҙам килгәнсе үк вафат булған. Ваҡиға урынында ЮХХДИ һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Аварияның аныҡ сәбәптәре асыҡлана.

Башҡортостан Республикаһы дәүләт автоинспекцияһы фотоһы.

Автор:
Читайте нас