

Серлебикә - серле бисә
шуның менән ота ул:
ир тигәнен бер туҡтауһыҙ
өрөп кенә тота ул...
Ир асҡысы - ҡулдарында,
уны һис ни ҡурҡытмай:
хәләлкәйен
өрмәйенсә
ҡаҡ ергә лә ултыртмай.
Кистән өрөп ятҡыра ул,
иртән өрөп уята;
өрөп-өрөп ашата ла,
өрөп эшкә оҙата.
Эштән арып ҡайтҡан ирен
Тағы өрөп ҡаршылай...
...Серлебикә - шундай бисә:
ҡыҙған мунса ташылай.
Серлебикә - сирле бисә,
тик үҙе һиҙмәй сирен:
өф-өф түгел,
ыр-мыр килеп,
өрөп тота ул ирен...
Бәлки бер мәл
азат итер
Серлебикәне сире.
Тик алданыраҡ бисәһен
ташлап китмәҫме ире?
1952 йыл
Шәриф Биҡҡол.
https://vk.com/tamasharb