Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Май 2025, 15:05

Һыйлы көнөң – һыйыр менән

Бала саҡтан беләм:«Һыйлы көнөң – һыйыр менән»,–Тигән һүҙҙәр дөрөҫ икәнде.Ас итмәне көндөАтай һауған һөтлөкәйҙеңПар бөркөгән ағы иртәнге.

Һыйлы көнөң – һыйыр менәнҺыйлы көнөң – һыйыр менән
Һыйлы көнөң – һыйыр менән

Бала саҡтан беләм:
«Һыйлы көнөң – һыйыр менән»,–
Тигән һүҙҙәр дөрөҫ икәнде.
Ас итмәне көндө
Атай һауған һөтлөкәйҙең
Пар бөркөгән ағы иртәнге.

Етем өс сабыйҙың,
Үгәйһетеп буш табынын,
Ҡоро бер йәй китте ҡот өйҙән.
Ҡыҫыр ҡалды һыйыр, –
Бүреләрме йәнен ҡыйҙы? –
Иҫән ҡайтманы ул көтөүҙән.

Хоҙай, ярай әле,
Яраларҙан араланы,
Атай тана алып үҫтерҙе.
Быҙау ҡаҡҡас ишек,
Ыуыҙ күмәсендә бешеп,
Йортобоҙға ҡабат ҡот керҙе.

Ҡот йәшәне оҙаҡ,
Туҡ үҫкәнгә йөҙөбөҙ аҡ,
Ғүмер юлы йырлап һүтелгән.
Бала саҡтан беләм:
Һыйлы көнөң – һыйыр менән,
Ауыл таңы матур һөт менән!
Марис Нәзиров.

https://vk.com/vatandash_journal

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас