

Ҡуҙы
Аҙнала бик күп энергия алырһығыҙ. Маҡсат һайлап унда бөтә көсөгөҙҙө йүнәлтегеҙ. Осор ҡыҫҡа сәфәр йәки яңы белем алыу өсөн уңайлы.
Буға
Буғалар тотороҡлолоҡ теләйәсәк, әммә ваҡиғалар яңы нәмәгә өйрәнергә мәжбүр итер. Үҙгәреш ҡурҡыныс булып күренһә лә бирешмәгеҙ.
Игеҙәктәр
Аҙна барыһын да үҙгәртеү теләге менән башланасаҡ. Әммә ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Аралашыу өсөн бик яҡшы осор - һеҙҙең һүҙегеҙ башҡаларҙы илһамландыра ала.
Ҡыҫала
Һеҙҙе уйланыу осоро көтә. Хәүеф-хәтәрҙе үлсәмәй ҡарар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Эштә намыҫ юғары баһалана - үҙ фекерегеҙҙе яҡлауҙан ҡурҡмағыҙ.
Арыҫлан
Арыҫландар яңы ҡаҙаныштарға әҙер һәм аҙна ошондай мөмкинлек бирәсәк. Ярҙам итә алғандар һеҙгә иғтибар итәсәк — был мөмкинлекте файҙаланығыҙ.
Ҡыҙ
Хеҙмәттәштәрегеҙгә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк булыуы ихтимал - хатта бер нисә йылы һүҙ ҙә коллективтағы атмосфераны үҙгәртәсәк. Ваҡытты ғаилә менән үткәреү файҙалы, был көсөгөҙҙө тергеҙергә ярҙам итер.
Үлсәү
Һеҙгә иҫке һәм яңы араһында мөһим һайлау яһарға тура киләсәк. Үткәнде иҫкә төшөрөү аптырашта ҡалдырыуы ихтимал, әммә киләсәк һеҙ уйлағандан күберәк тәҡдим итә. Яҙмыш ишараһын күҙәтегеҙ - ул һәр аҙымда буласаҡ.
Саян
Һеҙҙе башҡаларҙың конфликтына йәлеп итеүҙәре мөмкин. Алтын урталыҡ һаҡлау һәм аҡыл менән эш итеү яҡшыраҡ. Шәхси тормошта дәрт яңырыуы ихтимал. Элекке эштәрҙе тамамлау өсөн уңайлы ваҡыт.
Уҡсы
Аҙна үҙ-үҙеңде үҫтереү һәм офоҡто киңәйтеү өсөн уңайлы. Сәфәр, уҡыу йәки танышыу мөмкинлеге бар. Шәхси тормошта һеҙҙән киләсәккә план ғына түгел, ә иғтибар көтәләр.
Ылаҡ
Осор тәртип талап итә - унһыҙ һеҙ бурысты үтәй алмаясаҡһығыҙ. Мөхәббәттә хәл тотороҡлана: ярҙам һәм аңлау тойғоһо кисерәсәкһегеҙ.
Һыуғояр
Тирә-яҡтағылар һеҙҙән инициатива көтә, шунлыҡтан күҙәтеүсе роленән сығырға тура киләсәк. Ижади идеяны тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы ваҡыт.
Балыҡ
Һеҙҙең кәйефегеҙ яҙғы күк йөҙө кеүек үҙгәреүсән булыуы ихтимал, әммә илһам эргәлә. Төшөгөҙ һәм эске тойғоғоҙ дөрөҫ йүнәлеш бирәсәк.