

Аптраҡ менән Муллағол араһында ин матур традицияға әйләнгән, яҡын-тирәлә, сит ерҙә йәшәгән яҡташтарҙың көтөп алған “Иҙел яры” байрамы үтте.
Ауыл биләмәһе башлығы Юлтимеров Фидан Зөбәйер улы байрамға килеүселәрҙе сәләмләп, матур теләктәрен еткергәндән һуң, Ғәйнулла хәҙрәт илебеҙгә именлек, еребеҙгә ҡот теләп, аят уҡыны.
Ауылдың ил яҙмышына битараф булмаған кешеләре билдәләп үтелде. Аҙаҡ бай йөкмәткеле концерт башланды.Ҡаран, Шәрип, Һарыш, Мотай, Томансы һәм Хәсән ауылының талантлы кешеләре үҙ сығыштары менән байрамды биҙәне. Тәмле аштар, уйын-ярыштар ҙа йәм өҫтәне. Һауа торошоноң шаярып - йә өшөтөп, йә эҫетеп тороуына ҡарамай, халыҡ ихлас күңел асты. Көтөлмәгән осрашыуҙарға, һағынып күрешеүҙәргә ҡыуанып бөтә алманыҡ.
Иҙел яры быйыл да яҡындарын йыйып, туғандарҙы осраштырып матур тәҫъорат ҡалдырҙы.
Фаил Ғөбәйҙуллин.