Бөгөн Мәләүез ойошмалары профсоюз лидерҙары район семинарында ҡатнашты.
Улар хеҙмәт урынындағы аңлашылмаусанлыҡты хәл итеү ысулдары, социаль партнерлыҡты үҫтереү, рәсми булмаған мәшғүллекте кәметеү, ойошма ағзаларына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, коллективтарҙа финанс грамоталылыҡты күтәреү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
БР Профсоюздар Федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко урындарҙа ҙур эш алып барғандарға һәм социаль партнерҙарға төрлө наградалар тапшырҙы.
Мәләүез районына Башҡортостан Профсоюздар Федерацияһының иҫтәлекле сәғәттәре тапшырылды.
Автор фотолары.