Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Май 2025, 10:58

Ҡатын-ҡыҙ һәм бизнес

Эшҡыуарҙар көнө сиктәрендә ҡала мәҙәниәт һарайында үҙенсәлекле сара үтте.

Ҡатын-ҡыҙ һәм бизнесҠатын-ҡыҙ һәм бизнес
Ҡатын-ҡыҙ һәм бизнес

Унда йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин ҡотланы.  Үҙ эшен асҡан, яңы мөмкинлектәр эҙләгән, халыҡҡа файҙа килтергән кешеләрҙе хөрмәтләү көнөндә бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә, стартаптар авторҙарына, үҙаллы эшләүселәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Яңы белем алыу, файҙалы танышлыҡтар булдырыу һәм бизнес-потенциалды арттырыу өсөн шәп мөмкинлек булды был сара. Уның программаһында эксперттар сығыш яһаны, күргәҙмә-һатыу ойошторолдо, консультация зоналары эшләне.

Бөгөн эшҡыуарҙар — иҡтисадтың терәге, яңы эш урындары булдырыусылар, заманса идеяларҙы тормошҡа ашырыусылар. Уларҙың тырышлығы арҡаһында ҡалалар һәм ауылдар үҫә, яңы хеҙмәттәр һәм тауарҙар барлыҡҡа килә.

2024 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны яҡынса 142 меңгә етте, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа  күберәк. Урта предприятиеларҙың һаны 7,5 процентҡа артҡан, ә үҙаллы эшләүселәр 41,3 процентҡа күбәйгән һәм уларҙың дөйөм һаны тиерлек 263 мең кешегә етте.

Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, эшҡыуарҙарҙың кәйефен яҡшыраҡ аңлау өсөн осрашыуҙар бик кәрәк. Әлеге сара шуға асыҡ дәлил булды. Бизнес өлкәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара рәхәтләнеп аралашты, тәжрибә уртаҡлашты.

Бөгөн Мәләүездә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән гүзәл зат бик күп. Улар ауыл хужалығы, сауҙа, хеҙмәт күрһәтеү, сәнәғәт кеүек өлкәләрҙә уңышлы эшҡыуар булып танылған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бизнесҡа килеүе йәмғиәттәге ҡараштарҙы ла үҙгәртте: хәҙер улар ғаилә менән эште бергә алып бара, яңы идеялар индерә, ижади ҡараш күрһәтә. Уларҙың тырышлығы, сабырлығы, яңылыҡҡа ынтылышы арҡаһында йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың урыны нығына бара. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар илдең иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә, башҡаларға ла илһам бирә.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас