Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Май 2025, 05:05

ИРҘӘР ИЛАҒАНДА

Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙыңСараһыҙлыҡтарын ул аңлау.

ИРҘӘР ИЛАҒАНДАИРҘӘР ИЛАҒАНДА
ИРҘӘР ИЛАҒАНДА

Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,
Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.
Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙың
Сараһыҙлыҡтарын ул аңлау.

Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөк
Йәнгә таштар булып өйөлә.
Былай ҙа бит ир-ат башҡаларға
Һиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.

Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,
Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.
Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,
Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.

Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,
Улар ҙа бит әсә балаһы.
Уларға бит иңгә төшкән йөгөн
Ғүмер буйы һөйрәп бараһы.

Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡта
Илаҡ тимәгеҙ һеҙ уларға.
Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәре
Ирҙәргә лә кәрәк иларға.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

"Ялан сәскәләре" төркөмөнән.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас