Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Май 2025, 04:35

КӨЛӘМӘС. Мин һине яратам

    

КӨЛӘМӘС. Мин һине яратамКӨЛӘМӘС. Мин һине яратам
КӨЛӘМӘС. Мин һине яратам

25 тән 75 йәшкә тиклемге ир-аттар йыйылғандар ҙа һәр кем ҡатынына ватсап аша "Мин һине яратам!" тигән хәбәр ебәргән.

25 йәшлек ирҙең ҡатыны: "Мин дә һине яратам, аҡыллым! " - тип яуап яҙған.

35 йәшлек иргә: "Бөгөн дә һалдырып алдыңмы әллә?!" - тигән яуап килгән.

45 йәшлек ир: "Нимә булды һиңә? Һөйәркәләреңде иҫләп шутлап ултыраңмы?!" - тигән яуап алған.

55 йәшлек иргә ҡатыны: "Һин берәйһенең номеры менән яңылышып ултырмайһыңдыр ул унда!?" - тип яҙып ебәргән.

65 йәшлек бабайға: "Пенсияла ултыраһың, эшләмәйһең, ҡыйығың китеп бара шикелее, ҡартлас!" - булған яуап.

75 йәшлек бабайҙың әбейе хәбәрҙе алғас, борсолоп, янына кесе улын саҡырып алған да:

- Улым, атаң бөтөнләй насарланған, ахырыһы... Тиҙҙән китеп барыуы ихтимал. Бер-ике һарыҡты һимертеүгә ҡуй. Әҙер торайыҡ!.. - тип әйтә ти

Йылмай!

Автор:
Читайте нас