Өфөлә «Китап-Байрам» китап йәрминкәһендә һыуытҡыстарҙан китаптар алырға мөмкин.
Улар бөтә Совет майҙаны буйлап урынлаштырылған.
Традиция буйынса был акцияны Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана үткәрә. Хеҙмәткәрҙәр һыуытҡыстарҙы сағыу төҫтәргә буяп уларҙы витрина итеп ҡулланған, китаптар менән тулыландырған. Теләгән һәр кем үҙенә оҡшаған китапты уларҙан бушлай ала. Китапханасылар китап йәрминкәһе эшләгән өс көн дауамында һыуытҡыстарҙы әҙәбиәт менән тулыландырыуҙы дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, III Халыҡ-ара «Китап-Байрам» йәрминкәһе 30, 31 майҙа һәм 1 июндә дауам итәсәк. Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан һәм төбәктәренән 100-гә яҡын нәшриәт үҙ китаптарын тәҡдим итә. Шулай әҙәбиәт һөйөүселәр Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан әҙәбиәте менән дә таныша ала. Байрамда тәүге тапҡыр Иран нәшриәте ҡатнаша.