Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
31 Май 2025, 01:05

Теште ҡыҫып түҙгәнем бар...

Теште ҡыҫып түҙгәнем бар,Өҙмәҫ ерҙә өҙгәнем бар,Илар ерҙә көлгәнем бар - Туған хаҡы, туған хаҡы.

Теште ҡыҫып түҙгәнем бар...Теште ҡыҫып түҙгәнем бар...
Теште ҡыҫып түҙгәнем бар...

Теште ҡыҫып түҙгәнем бар,
Өҙмәҫ ерҙә өҙгәнем бар,
Илар ерҙә көлгәнем бар —
Туған хаҡы, туған хаҡы.

Болотло көн — ҡояш булам,
Асыуымды ҡынға тығам,
Күп ваҡытта телде тыям —
Балам хаҡы, балам хаҡы.

Үҙем булып ҡалам тағы —
Кисерәмен йөҙ йыртҡанды,
Бер кем белмәй ут йотҡанды —
Бәндә хаҡы, бәндә хаҡы.

Эйелмәҫ башымды эйәм,
Башҡалар, тип янам-көйәм...
Булған һайын мин түҙемле —
Онотҡанмын бит үҙемде!

Гөлнур Ғиззәтуллина.

"Ағиҙел" журналы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас