Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Июнь 2025, 02:05

Ауыҙғынам һыуын ҡоротоп...

«Күстәнәскә ҡорот, май ал», - тинеКиткәнемдә әсәй ҡалаға.Асыҡмаҫымды ла белә, әммәРизыҡ менән сыҡһын, ти, бала.

Ауыҙғынам һыуын ҡоротоп...Ауыҙғынам һыуын ҡоротоп...
Ауыҙғынам һыуын ҡоротоп...

«Күстәнәскә ҡорот, май ал», - тине
Киткәнемдә әсәй ҡалаға.
Асыҡмаҫымды ла белә, әммә
Ризыҡ менән сыҡһын, ти, бала.

«Аҙыҡлының аты арымаҫ», - тип,
Әсәй һалды майын-ҡоротон.
Юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән
Ауыҙ ғына һыуын ҡоротоп:

Сыҡҡан саҡта ир-ат яу юлына
Ҡуржынында алған ҡорот-май...
Тәғәйенен генә алған улар,
Ил-йорттоң да ҡотон ҡоротмай.

Ҡаҡлаған ит, ҡаҙы, ҡурҙағын да
Эремсеген, талҡан... башҡаһын,
Ауыҙынан өҙөп биргән халҡым,
Тик һау ҡайтһын ир-ат башҡайы...

Ҡунаҡ ҡайтмаҫ беҙҙән күстәнәсһеҙ...
Мин дә алам майын-ҡоротон.
«Туғандарым! Рәхмәт инде!» – тимен,
Ауыҙғынам һыуын ҡоротоп...

Ҡәҙим АРАЛБАЙ.

Сығанаҡ: "Ватандаш"

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас