

Иң мөһиме — серәкәй төрлө ауырыу таратыуы менән хәүефле, ләкин беҙҙең яҡта был ауырыуҙар һирәк осрай. Шулай ҙа, серәкәй тешләгән урындарҙы тырнамаҫҡа, таҙа тоторға кәрәк — инфекция эләгергә мөмкин.Серәкәйҙән һаҡланыу өсөн иң мөһиме – тәнде мөмкин тиклем ябыҡ кейем менән ҡаплау, махсус серәкәйгә ҡаршы спрейҙар ҡулланыу һәм торған урындың тәҙрәләренә москит селтәре ҡуйыу кәрәк.